Йәмғиәт
22 Января 2024, 12:21

Ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Морат битләүендә 1,2 миллиард һумға ҡунаҡхана комплексы төҙөлә.

Ҡунаҡхана комплексы төҙөләҠунаҡхана комплексы төҙөлә
Ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы "Баҡса ҡулсаһы (Белорет-2)” йәмғиәтен "Белорет" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә индерҙе, тип хәбәр итте төбәктең беренсе вице-премьеры, республиканың иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов. Компания Белоретта “Морат” тау саңғыһы курортының көньяҡ битләүендә 280 номерлы ҡунаҡхана комплексын төҙөргә ниәтләй.

Проектҡа инвестициялар күләме 1,2 миллиард һумдан ашып китәсәк. Ул Морат тауындағы 36 мең квадрат метр майҙанда этаплап тормошҡа ашырыласаҡ. Ерҙәрҙе инвесторҙарға аукционһыҙ ҡуртымға биреү ҡаралған. Проект 2024 йылдан 2037 йылға тиклем тормошҡа ашырыла, 82 эш урыны булдырыла.


Төбәк Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда инвестор ерҙе рәсмиләштереү өсөн документтар әҙерләй башлай. Киләһе йылда төҙөлөшкә рөхсәт алыу һәм беренсе сиратты, 2026 йылда икенсе сиратты төҙөү планлаштырыла. Уларҙы 2027 һәм 2028 йылдарҙа тапшырыу ҡаралған.

Автор:
Читайте нас