Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2024, 18:28

Бизнес-форум үҙ эшен башланы

Бөгөн, 24 ғинуарҙа, Астанала «Ҡаҙағстан – Башҡортостан» бизнес-форумы асылды.

Бизнес-форум үҙ эшен башланы
Бизнес-форум үҙ эшен башланы

Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев бөгөнгө сараның ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн стратегик мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм форум йомғаҡтары буйынса предприятиелар араһында мөнәсәбәттәрҙең нығыныуына ышаныс белдерҙе.
«Һуңғы ике йылда Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында тотороҡло, дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырылды. Файҙалы сәфәрҙәр ойошторолдо. Ҡаҙағстан – Башҡортостандың төп сауҙа-иҡтисади партнерҙары иҫәбендә. Дүртенсе йыл рәттән үҙ-ара сауҙа үҫешә. 2022 йылда сауҙа әйләнеше 10 процентҡа артып, 464 миллион долларға еткән. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса үҫеш биш процент тәшкил иткән. Ағас эшкәртеү, химия һәм машиналар эшләү тармағында уртаҡ проекттар бойомға ашырыла. Беҙҙең алда амбициялы бурыстар тора һәм беҙ сәнәғәттә, инновацияла, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, бәләкәй бизнеста хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәкбеҙ. Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан халыҡтары уртаҡ мәҙәни мираҫ менән бәйләнгән. Бөгөн республика хөкүмәте һәм Радий Фәрит улының тырышлығы менән бизнес тағы ла нығыраҡ үҫешһен өсөн уңышлы майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Был форум идеялар, тәжрибә менән алмашыу һәм яңы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу өсөн уникаль мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ», - тине Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры.
Республика делегацияһы Башҡортостанға яҡшы кәйеф, ҙур өмөттәр менән, хеҙмәттәшлек артабан да ошондай темптар менән үҫешер тигән ышаныс менән килде, тине Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләүендә.
«Ҡаҙағстан – беҙҙең өсөн төп тышҡы иҡтисади сауҙа партнеры. Беҙҙе шулай уҡ уртаҡ мәҙәниәт, дөйөм традициялар берләштерә. Шуныһы мөһим: иҡтисадтарыбыҙҙа ла оҡшашлыҡтар бар, был иһә өҫтәмә эш өсөн мөһим стимул булып тора. Инвестиция мөхите, ике дәүләт вәкилдәренең үҙ-ара эш итеү мөмкинлеге оло әһәмиәткә эйә. Ошо йәһәттән өҫтөнлөгөбөҙ бар. Дәүләт башлыҡтары Ҡасым-Жомарт Кемелевичтың һәм Владимир Путиндың сәйәси өлөшө һәм үҙ-ара хөрмәткә нигеҙләнгән мөнәсәбәттәре беҙгә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә мөмкинлек бирә», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров ҡаҙаҡ коллегаларын көҙ көнө Өфөгә Ҡаҙағстандың һәм Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек юбилей форумына саҡырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-24/v-astane-otkrylsya-biznes-forum-kazahstan-bashkortostan-3615116

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас