Көслө рухлы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, грамоталы, спортты, балаларҙы яратҡан, һөнәре буйынса педагог - Рәзимде белгәндәрҙең барыһы ла шулай хәтерләйәсәк.
Рәзим Рәшит улы Сермәндә тыуып үҫкән, Сернмән мәктәбен, Белорет педагогия колледжын тамамлаған.
Төньяҡ Кавказда тау спецназы подразделениеһында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң Сермән балалар йортонда, һуңынан мәктәптә эшләй.
2022 йылдың 7 сентябрендә үҙ теләге менән Луганск Халыҡ Республикаһына махсус хәрби операцияға китә. Инженер-штурмлау ротаһында сапер булып хеҙмәт итә. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндә үҙен ҡурҡыу белмәҫ белмәҫ яугир, яҡшы иптәш итеп күрһәтә.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн наградаларға лайыҡ була. “Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, “Минаһыҙлатҡан өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Хеҙмәттә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн” күкрәк билдәләре һәм миҙалдары менән наградланған.
Митинг һәм мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынғандан һуң, Сермәндә батыр ауылдаштары иҫтәлегенә футбол буйынса турнир үткәрелде. Турнирҙа дүрт команда - мәктәп уҡыусылары, йәштәр һәм Рәзим Рәшит улының туғандары ҡатнашты. Күптәре Сермәндә йәшәмәһә лә, Межгорьенан һәм Өфөнән махсус рәүештә иптәшен иҫкә алыу өсөн килгәндәр.
Рәзим Сафиндың ғаиләһе ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә миҙалдар, кубоктар һәм иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән.