«Конкурстың приз фонды 2024 йылдан 8 миллион 400 мең һумға арта, - тине Эльвира Айытҡолова. - Был бик ҡыуаныслы, сөнки ауылдарҙа төҙөкләндереү буйынса тағы ла күберәк эштәр башҡарылыр, халыҡ үҙ хеҙмәтенең һәм тырышлығының һөҙөмтәләрен күрер».
Шуны әйтергә кәрәк: ауылдарҙа йәшәүселәр конкурста ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша. Уҙған йылдың 1 сентябренән 30 ноябренә тиклем дауам иткән муниципаль этапта 1070 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Республика этабына 52 ауылдан ғариза килде. Быйыл 18 ғинуарҙа республика ойоштороу комитеты ултырышында ауылдар 4 номинацияға бүленде. Йомғаҡ 25 апрелдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында яһала.
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы ярҙамында социаль әһәмиәтле мәсьәләләр хәл ителә. Эскелек менәнн көрәшеүҙән тыш, конкурс төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Дүрт йылда конкурста ҡатнашыусылар биләмәһендә 30 яңы балалар һәм спорт майҙансығы, 12 парк һәм йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килгән, урамдар төҙөкләндерелгән, яңы коммуналь техника һәм хатта һыу һурҙырғыс башняһы бар, тип яҙғайны «Башинформ» агентлығы.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-05/v-bashkirii-prizovoy-fond-konkursa-trezvoe-selo-uvelichili-do-48-mln-rubley-3630436