Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операциялағы егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур. Ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.
Гимназия уҡыусыларына консерва банкыларын йыйырға ата-әсәләр, белем усағы коллективы ярҙам итә. Парафин да һатып алалар. Изге ғәмәлдән атай-әсәйҙәр ҙә буш ҡалманы. Улар ҙа окоп шәмдәрен әҙерләүҙә актив ҡатнашты.
Берҙәмлек һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә улар 168 шәм әҙерләне. Яҡташтарыбыҙҙың тормошон еңеләйтәсәк шәмдәрҙең бер өлөшө гуманитар йөк менән ебәрелгән.
Афарин, гимназистар!