Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 12:49

Ойошма булдырыласаҡ

Махсус хәрби операциянан төрлө сәбәптәр менән райондан утыҙлап яугир ҡайтты. Улар запасҡа сығарылып, махсус хәрби операция ветерандары статусын ала.

Ойошма булдырыласаҡ
Ойошма булдырыласаҡ

Күптән түгел иң әүҙемдәре бер-береһенә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, яңғыҙ әсәләргә һәм һәләк булған иптәштәренең тол ҡатындарына ярҙам итеү өсөн ветерандар ойошмаһын булдырырға ҡарар итте.

Бик яҡшы һәм кәрәкле башланғыс. "Ватанды һаҡлаусылар" фонды менән хеҙмәттәшлек итеп, социаль координаторҙарҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре, проблемалары тураһында мәғлүмәт йыйыласаҡ. Әйткәндәй, фонд аша был башланғыстарға ҡушылырға мөмкин.

Ойошма юридик яҡтан рәсмиләштерелмәһә лә, эш башланған. Ял көндәрендә ете егет һәм социаль координатор һәләк булған яугирҙың әсәһенә утынды бысып, ярып, өйөп бирергә ярҙам итте.

Сафура Сәйетгәрәй ҡыҙы Махсус ҡасабала йәшәй, бер үҙе ейәнсәрен тәрбиәләй. Оло йәштәге ханым утын өсөн түгел, ә иғтибар өсөн шатланды.

Ярҙамсыларын сәй һәм бәлеш менән һыйлап, үҙе лә ярҙам итеп, рәхмәттәрен әйтеп ҡалды.

“Батырлыҡ, намыҫ, кешелеклелек һәм изгелек өсөн һур рәхмәт, балалар”, - тине ул.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: