Инициатив төркөмө ағзаһы Фәймә Билалова ҡатын-ҡыҙҙарға ойоҡбаш бәйләүҙе, талҡан эшләүҙе ойошторҙо. Әле улар барлығы 14 пар ойоҡ бәйләгәндәр, ҡалған йөндәренән бейәләй бәйләйәсәктәр.
Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар - Сәймә Мөхәмәтйәрова, Нәфисә Ғимранова,Фәймә Билалова, Мәүсилә Әүбәкерова, Гөлбикә Шайморатова, Сулпан Сөләймәнова, Сәриә Миланинаға ысын күңелдән рәхмәт белдерә ауылдаштар.
Бөгөнгө көндә инициатив төркөмө ағзаһы Гөлсинә Аҫылбаева ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәксәк бешерү һәм һалма ҡырҡыр өсөн йортона йыйҙы. Вәзилә Латыпова, Гөлбикә Шайморатова, Сәриә Мансурова, Рита Ҡәнәфина, Гөлдәр Азаматова, Азалия Аҫылбаева һалма ҡырҡып, сәксәк бешерҙе. Вәлимә Сөләймәнова, Гөлгөнә Әүбәкерова, Гөлбикә Шайморатова өйҙә һалма ҡырҡып, Сәғилә Ғазина сәксәк, Гөлбикә Шайморатова ҡош теле бешереп алып килде. Гөлнара Әүбәкерова ҡуйыртылған һөт, Нәфисә Ғимранова яргирҙарға ҡырынғыстар һатып алған.
- Илебеҙгә килгән һынауҙарҙан ситтә ҡалмай, хәленән килгәнсә ярҙам иткән ауылдаштарға ысын күңелдән рәхмәт әйтәм, - ти Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгөл Минһажитдинова.