Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 17:31

Бушлай ер участкалары бирелә башланы

Ағиҙел ҡалаһында махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә яңы ярҙам сараһын раҫланылар, яугирҙарға ер участкаһы һатып алыу өсөн сығымдарҙы ҡаплайҙар.

Бушлай ер участкалары бирелә башланы
Бушлай ер участкалары бирелә башланы

Был программала 2023 йылдың 1 декабренән һуң Нефтекама, Ағиҙел һәм Краснокама районы хәрби комиссариаттары менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша ала. Ағиҙел ҡалаһы биләмәһендә теркәлгән булыу шарт. Улар һәләк булған осраҡта иһә ярҙам сараһы менән ғаилә ағзалары файҙаланырға хоҡуҡлы.

«Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре территорияларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаларына ихтыяжы ҙур. Беҙ ҡала ситендә ер участкаһы һатып алыуға сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға әҙербеҙ»,  – тине хакимиәт башлығы Денис Ирназаров.

Программала ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 89871038072 телефоны йәки Ағиҙел ҡалаһы, Академик Курчатов урамы, 15-се йорт адресы буйынса алырға мөмкин.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 2023 йылдың 11 ноябренән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән граждандарға һәм мобилизацияланғандарға 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-02-27/v-bashkirii-uchastnikam-svo-nachali-vydavat-besplatnye-zemelnye-uchastki-3659621

Автор:
Читайте нас: