Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль , 16:31

Имтиханды ҡабаттан тапшырырға рөхсәт ителә

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында Берҙәм дәүләт имтиханы системаһын камиллаштырыу тураһында иғлан итте.

Имтиханды ҡабаттан тапшырырға рөхсәт ителә
Имтиханды ҡабаттан тапшырырға рөхсәт ителә

Сығарылыш уҡыусыларына үҙҙәре һайлаған фәндәрҙең береһе буйынса БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға рөхсәт ителә. Уҡыусылар шул уҡ йылда, вуздарҙа ҡабул итеү компанияһы тамамланғансы, ошондай мөмкинлекә эйә була (ҡабаттан һынау тотоп, документтарын тапшырып өлгөрһөн өсөн).

«Уҡыусыға үҙе һайлаған предметтарҙың береһенән берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итәм», - тип белдерҙе Владимир Путин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: