Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль , 16:51

МРОТ-тың ике тапҡырға артыуы көтөлә

2030 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) тағы ла ике тапҡырға тиерлек артып, 35 мең һумға етергә тейеш, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда.

МРОТ-тың ике тапҡырға артыуы көтөлә
МРОТ-тың ике тапҡырға артыуы көтөлә

«2020 йылдан башлап хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 1,5 тапҡырға — айына 12 меңдән 19 мең һумға тиклем артты, — тип иҫкә төшөрҙө дәүләт башлығы. — 2030 йылға ул йәнә яҡынса ике тапҡырға — 35 мең һумғаса еткерелергә тейеш. Һис шикһеҙ, был социаль пособиелар, бюджет өлкәһендә һәм иҡтисад тармаҡтарындағы эш хаҡы күләмендә сағылыш табыр».

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: