Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2024, 14:55

Хәрби операция зонаһына ваҡ бәлеш һәм пирожныйҙар ебәрелде

Нефтекаманан Зинифа Умурбаева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 1200 ваҡ бәлеш һәм «Ҡырмыҫҡа иләүе» пирожныйын ебәреүҙе ойошторған. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенән хәбәр иттеләр.  

Хәрби операция зонаһына ваҡ бәлеш һәм пирожныйҙар ебәрелде
Хәрби операция зонаһына ваҡ бәлеш һәм пирожныйҙар ебәрелде

Билдәле булыуынса, ҡамыр ризыҡтары юлда боҙолмаһын өсөн тәүҙә уларҙы туңдырып алғандар.

«Беҙ улар аҙ ғына булһа ла өй йылыһын тойһон өсөн тырыштыҡ. Яугирҙәребеҙгә тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ», - ти ханым.

Хәбәр иткәнебеҙсә, махсус хәрби операция зонаһына республиканан ҙур гуманитар ылау барып етте.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас