Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2024, 15:49

«Рәхмәт» акцияһына ҡушыл да беләҙек ал!

Белеүегеҙсә, 15 - 17 мартта илебеҙҙә ҙур сәйәси ваҡиға буласаҡ.

«Рәхмәт» акцияһына ҡушыл да беләҙек ал!
«Рәхмәт» акцияһына ҡушыл да беләҙек ал!

Шул уңайҙан "Рәхмәт" акцияһында ла ҡатнашырға мөмкинлек бар. Махсус QR-билеттар буйынса бүләк оторға була. Был билетты скан аша үткәреп, һигеҙ билдәнән торған уникаль кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк. Исем-фамилияны, телефонды ла күрһәтергә. Бүләктәр араһында һанлы техника, электросамокат, электровелосипед, телевизор, ябай самокат менән велосипедтар бар.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Бөрө, Белорет, Благовещен, Туймазы, Күмертау, Яңауыл ҡалаларында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Иглин райондарында өҫтәмә "Рәхмәт" беләҙектәре таратыла. Браслеттарҙы һайлау участкаһына килгән һәр кем ала ала (хатта балаларға ла бирәләр). Уның менән төрлө тауар һәм хеҙмәттәр ташламалы хаҡҡа була. 

Ентекле мәғлүмәт - рахмат102.рф. сайтында.

Автор:
Читайте нас