Йәмғиәт
7 Марта 2024, 07:03

Дәүләт Думаһы закон проектын ҡарай

Өс фракция депутаттары Дәүләт Думаһына икенсе бала өсөн әсәлек капиталын 1 миллион һумға тиклем арттырыу тураһында закон проектын индерҙе. Беренсе бала өсөн әсәлек капиталы 756,7 мең һум була.

Дәүләт Думаһы  закон проектын ҡарайДәүләт Думаһы  закон проектын ҡарай
Дәүләт Думаһы закон проектын ҡарай

 Үҙгәрештәр 2025 йылдың 1 февраленән көсөнә инер тип күҙ уңында тотола.

Әгәр ата-әсәләр быға тиклем әсәлек капиталын алмаған булһа, өсөнсө балаға ла 1 миллион һум бирергә тәҡдим ителә.

Хәҙер беренсе балаға әсәлек капиталы — 631 мең һум, икенсеһенә 833 мең һум тәшкил итә.

Аңлатмалы яҙыуҙа билдәләнеүенсә, әсәлек капиталы башлыса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә, шуға субсидияны арттырыу талап ителә, ә 2022 йылдан торлаҡҡа хаҡ ҡырҡа күтәрелде.

Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда әсәлек капиталы һәм ғаилә ипотекаһы программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итте.

Автор:
Читайте нас