Акция сиктәрендә ташламалар бирергә әҙер булған ойошмалар исемлегенә автосервистар, шина монтажлау станциялары, автомобиль йыуыу, матурлыҡ салондары, бөҙрәханалар, кафелар, ресторандар, икмәкханалар, аҙыҡ-түлек магазиндары, фитнес-клубтар, мунсалар, медицина үҙәктәре, стоматология, аптека һәм оптика, шулай уҡ сәскәләр салондары, фотосалондар, ювелир магазиндар, балалар һәм хужалыҡ магазиндары, кейем магазиндары, мәҙәни һәм күңел асыу учреждениелары (театрҙар, кинотеатрҙар, музейҙар, мәҙәниәт һәм ял парктары, батут парктары, балалар ялы үҙәктәре, бау парктары), хеҙмәтләндереү өлкәһе учреждениелары инә. Бынан тыш, беләҙегең менән бушлай һуҙылыу студияһында, стоматолог консультацияларында, фитнесҡа һәм башҡа күп нәмәләргә дәғүә итә алаһың.
Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Сибайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Бөрөлә, Белоретта, Благовещенда, Туймазыла, Күмертауҙа, Яңауылда, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Иглин райондарында йәшәүселәр өҫтәмә рәүештә «Рәхмәт» беләҙектәре бирелә, улар менән проекттың партнерҙарында файҙаланырға була.
Белорет халҡы " Рәхмәт " беләҙеген биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса бушлай оҫталыҡ дәрестәренә алмаштыра ала
"Рәхмәт" акцияһы партнерҙары исемлеге көн һайын тулылана. Бөтә актуаль мәғлүмәт рахмат102.рф сайтында.