Йәмғиәт
15 Марта 2024, 07:37

Һайлаусылар активлыҡ күрһәтә

Ҡаланың 3-сө “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан 1304-сө һайлау участкаһында иртәнге сәғәттәрҙән үк тауыш биреүселәр активлыҡ күрһәтә.

Һайлаусылар активлыҡ күрһәтәҺайлаусылар активлыҡ күрһәтә
Һайлаусылар активлыҡ күрһәтә

 Бында Йәмәғәт палатаһынан, В.В. Путиндың күҙәтеүселәре, һоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр бар.

- Һайлау участкаһы асылырға бер нисә минут ҡалғанда 7 кеше көтөп тора ине. Ололар ҙа, йәштәр ҙә, тәүләп һайлаусылар ҙа актив ағыла. Иртәнге сәғәттәрҙә күп кенә Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Беҙҙә төрлө сәбәптәр менән (бәләкәй балаларын ҡалдырырға кеше юҡ, һаулыҡтары буйынса) һайлау участкаһына килә алмаған граждандар күп кенә. Һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап йөрөп, Рәсәй Президентын һайлау буйынса аңлатма биргән саҡта, улар шунда уҡ заявка бирҙе. Хәҙер махсус ҡумта менән участка ағзалары уларҙың өйҙәренә юлланырға тора.

Һайлаусыларыбыҙҙың активлығы ҡыуандыра һәм беҙ уларҙың барыһын да көтөп ҡалабыҙ, - ти участка рәйесе Елена Валерьевна Байбордина.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас