Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2024, 11:32

Һайлаусыларҙы ҡоймаҡ менән ҡаршылайбыҙ

1298-се һайлау участкаһында бѳгѳн байрам. Гражданлыҡ бурыстарын үтәргә килгәндәрҙе иртәнән алып йылы ҡоймаҡ менән ҡаршы алалар. Бигерәк тә һайлауға ата-әсәләренә эйәреп килгән балалар тәмле ҡоймаҡ ашап кинәнә.

Һайлаусыларҙы ҡоймаҡ менән ҡаршылайбыҙ
Һайлаусыларҙы ҡоймаҡ менән ҡаршылайбыҙ

Ольга Тимохина етәкселек иткән һайлау участкаһы ҡаланың 13-сѳ мәктәбендә урынлашҡан һәм иң ҙур һайлау участкаларының береһе булып тора. Бында 2600 һайлаусы иҫәпләнә. Ольга Викторовна иңендә әллә нисә һайлау кампанияһы үткән. Һайлау участкаһы ағзалары ла оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар. Улар һәр һайлаусыны танып, асыҡ йѳҙ менән ҡаршы алып тора, сѳнки был һайлау участкаһына шәхси йорттарҙа йәшәгән халыҡ теркәлгән.

- Был һайлау бик мѳһим сәйәси ваҡиғаларҙың береһе, сѳнки беҙ, барыбыҙ ҙа, Илебеҙ Президентын һайлайбыҙ. Һәр һайлаусы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәндә, Президент булып һайланасаҡ кешенән илебеҙҙең яҡшы яҡҡа үҫеүенә, тыныслыҡҡа, балаларының матур тормошта йәшәүенә ѳмѳт итә. Шуның ѳсѳн беҙҙең һайлау комиссияһы үҙ һайлаусыларын ҡоймаҡ менән ҡаршыларға булды - тине Ольга Тимохина.

Сатура Минһажитдинова. 

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас