Йәмғиәт
15 Марта 2024, 11:59

Белорет районында ил Президенты һайлауға тауыш биреү бара

Бөгөн бөтә Рәсәй территорияһында ил Президентын һайлауҙар бара. Белорет районында һайлаусылар өсөн 73 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты (ҡалала - 29, районда – 44).

Белорет районында ил Президенты һайлауға тауыш биреү бараБелорет районында ил Президенты һайлауға тауыш биреү бара
Белорет районында ил Президенты һайлауға тауыш биреү бара

Иртәнге сәғәт 7-лә участка һайлау комиссиялары ағзалары үҙ участкаларында ине. Улар дөйөм әҙерлекте тикшереп, тауыш биреү өсөн йәшниктәрҙе пломбаланы, эш урындарын әҙерләне һәм дәүләт гимны аҫтында участкаларҙы асты.

Күп кенә участкаларҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә үк тауыш бирергә теләүселәрҙең сираттары барлыҡҡа килде. Ғәҙәттә, һайлау участкаларына иң тәжрибәле һайлаусылар беренсе булып килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау өс көн дауамында - 15, 16 һәм 17 мартта үтә. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Һаулығы йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусылар һайлау участкаһына мөрәжәғәт итә һәм өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза бирә ала. Ғаризалар 17 март көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем ҡабул ителә.

 

Автор:
Читайте нас