Йәмғиәт
15 Март 2024, 11:35

Көндәр +7 градусҡаса йылыта

Башгидрометүҙәк фараздары буйынса, йома, 15 мартта, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -1, +4°.

Көндәр +7 градусҡаса йылытаКөндәр +7 градусҡаса йылыта
Көндәр +7 градусҡаса йылыта

Шәмбе, 16 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Төндә -4, -9°, урыны менән -11, -16°, көндөҙ -1, +4°.

Йәкшәмбе, 17 мартта, әллә ни яуым-төшөм булмай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4, -9°, урыны менән -11, -16°, көндөҙ +2, +7°.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас