Йәмғиәт
15 Марта 2024, 06:49

"Киләсәк беҙҙең һайлауға бәйле"

Белорет медицина колледжында урынлашҡан 1279-сы һайлау участкаһында иртәнге сәғәттәрҙән үк халыҡ әүҙем һайлай.

"Киләсәк беҙҙең һайлауға бәйле""Киләсәк беҙҙең һайлауға бәйле"
"Киләсәк беҙҙең һайлауға бәйле"

- Тауыш биреү тыныс бара, кемдер яңғыҙы, кемдер тотош ғаиләһе, балалары менән килә. Айырыуса оло быуын кешеләре, хаҡлы ялдағылар әүҙем, - ти һайлау участкаһы рәйесе Надежда Владимировна Семенова.
Ирле-ҡатынлы Варвара һәм Геннадий Олейниктар илебеҙ өсөн мөһим бер һайлау кампанияһынан да ситтә ҡалғандары юҡ. “Иң мөһиме илебеҙҙә, донъяла тыныслыҡ урынлашһын, барыһы ла яҡшы булһын”, - ти улар бер тауыштан.
Белорет педагогия колледжы студенты Кирилл Борисов һайлау участкаһында волонтер булып эшләй. Ул үҙ тауышын биргән граждандарға, “Рәхмәт - 2024” акцияһына ярашлы, махсус беләҙектәр һәм билеттар тапшырып тора.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас