+11 °С
Ясна
Класс етәкселәре Айгөл Рәшит ҡыҙы Утарбаева менән - VII, Эльмира Рауил ҡыҙы Хәмзина менән VIII класта белем алған егет һәм ҡыҙҙар ҙа тап һайлау алдында торалар. Уларҙың ҡайһы берҙәренә бер йылдан һөнәр һайларға тура киләсәк. Матбуғат йорто директоры Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина уларҙы полиграфистар, гәзит баҙыусылар, дизайнерҙар менән таныштырҙы, һөнәр серҙәренә төшөндөрҙө. Балалар бик ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡтылар, хатта эш хаҡының күпме булыуын да һорарға онотманылар.