Йәмғиәт
15 Марта 2024, 18:45

Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт 8-ҙә,  участкалар ябылған мәлдә, төбәктә 1 миллион 76 мең 954 кеше тауыш биргән, был тауыш биреү исемлегенә индерелгән һайлаусылар һанының 36,66% тәшкил итә.

Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡанРәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан
Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан

Һигеҙ муниципаль район 50% сиген үтте. Был Асҡын, Балтас, Благовар, Илеш, Миәкә, Тәтешле, Стәрлебаш, Федоровка райондары.

Өфөлә дүрт район 40%-тан юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәтте. Киров (44,65%), Октябрьский (42,66%), Дим (41,79%), Калинин (41,23%) райондары. Ҡала округтары араһында иң күп һайлаусылар Ағиҙелдә тауыш бирҙе (43,37%).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көндөҙгө сәғәт 3-кә республикала халыҡтың 21 проценты килгән. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, ил буйынса 19 сәғәткә (Мәскәү ваҡыты) халыҡтың 27 проценты тиерлек тауыш биргән. 16 мартта Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреү иртәнге сәғәт 8-ҙән башлана.

Автор:
Читайте нас