Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2024, 10:48

Яңы мәктәптә һайлауы ла күңелле

Октябрьский биҫтәһендә урынлашҡан 1299-сы һайлау участкаһы быйыл өр яңы 8-се мәктәптә урынлашты.

Яңы мәктәптә һайлауы ла күңелле
Яңы мәктәптә һайлауы ла күңелле

Рәсәй Президентын һайлауға бында йәшәгән халыҡ иртәнән алып ғаиләләре менән ағылды. Бында бөтәһе лә яңыса һәм байрамса ине. Һайлаусыларҙың күңел күтәренкелеге һиҙелеп тора.

- Тыныс тормош, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ имен, бәхетле тормошта йәшәһендәр өсөн тауыш бирҙек. Беҙҙең теләк бер – бер ҡасан да ерҙә һуғыш булмаһын. Илебеҙ, еребеҙ сәскә атһын, халҡыбыҙ тыныс тормошта бәхетле йәшәһен,- тип һайлауға ғаиләбеҙ менән килдек,- тиҙәр Гөлнур Ғәни ҡыҙы менән Рәжәп Ғаяз улы Тажетдиновтар. Уларҙың ҡыҙҙары Эльвира Фәррәхова ла үҙ тауышын тәүгеләрҙән булып биргән.

Автор:
Читайте нас