Йәмғиәт
15 Марта 2024, 07:18

Ҡыярҙы ботаҡтан үрсетәм

Ҡыяр үҫентеләрен тупраҡҡа ултыртырға ваҡыт етте.

Ҡыярҙы ботаҡтан үрсетәмҠыярҙы ботаҡтан үрсетәм
Ҡыярҙы ботаҡтан үрсетәм


Тәҙрә төбөндә урын аҙ булғанлыҡтан, бер  нисә төп ҡыяр ултыртам да, шуларҙы үҫтереп, ботаҡтарынан үрсетәм.

Эш тәртибем былайыраҡ. Үҫентеләр үҫкәс, ултыртырға берәр аҙна ҡала, бер нисә ботағын киҫеп алам да һыулы банкыға ултыртып ҡуям. Ҡалын ғына аҡ тамырҙары барлыҡҡа килеп, бер аҙ үҫкәс, урамға йәки теплицаға күсереп ултыртам. Ҡыярҙың тамырҙары тиҙ һыныусан, шуға күрә һаҡлыҡ менән генә эш итергә кәрәк. Шулай итеп, бер үҫентенән ике йәки өс төп ҡыяр үҫтерәм.

Римма Йәмәлиева.

#1001киңәш #бакчачыга

Автор:
Читайте нас