Йәмғиәт
16 Марта 2024, 06:19

Ҡалабыҙ төҙөк булһын!

15-17 мартта Башҡортостанда 2025 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреү бара.

Ҡалабыҙ төҙөк булһын!Ҡалабыҙ төҙөк булһын!
Ҡалабыҙ төҙөк булһын!

 Ҡалала һәр һайлау участкаһында һайлаусылар тауыш биреп сыҡҡандан һуң, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн әүҙем тауыш бирә. 13-сө мәктәптә урынлашҡан 1298-се һайлау участкаһында ирекмән Елена Щербина Башҡортостанда 2025 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреү тураһында аңлата һәм оло быуын кешеләренә тәҡдим ителгән объекттарҙы һайлауҙа ярҙам да итеп ебәрә. Республика муниципалитеттары 216 йәмәғәт киңлеген һайларға тәҡдим иткән. Иң күп тауыш йыйған 120 территория төҙөкләндерелә.

Был эш "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.

Быйыл Башҡортостанда "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә 1 миллиард 174 миллион һумға 123 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Проекттарҙың 67-һе – ҡалаларҙа, 56-һы ауылдарҙа тормошҡа ашасаҡ. Белоретта 4, районда 1 биләмәне төҙөкләндереү тәҡдим ителә.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас