- Йәштәр ҙә, ололар ҙа тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә юҡ түгел. Олпат йәштәгеләр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле йә сирләп торған граждандар өйҙән һайлау хоҡуғы менән файҙаланды. Беренсегә тауыш биргән егет-ҡыҙҙарҙы, шулай уҡ тыуған көндәрен билдәләүсе һайлаусыларыбыҙҙы иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләйбеҙ. Ирекмәндәр иһә килеүселәрҙе “Рәхмәт - 2024” акцияһында ҡатнаштырып, махсус беләҙек һәм ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеген биргән QR-кодлы билеттар тапшыра, - ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Виктория Зәйнуллина.
Тәүге һайлау көнөндә тауыш биреү участкаһы алдындағы майҙансыҡта Масленица байрамы уҙған. Һайлауға килеүселәр йыр-моң, шаян таҡмаҡтар тыңлап, ҡоймаҡ менән һыйланған.