Йәмғиәт
16 Марта 2024, 06:03

Һайлау өсөн бар уңайлыҡтар бар

1295-се һайлау участкаһы Белорет ҡала лицей-интернатында урынлашҡан. Һайлау участкаһы рәйесе Зилә Кинйәбаеванан ҡыҫҡаса мәғлүмәт алынды.

Һайлау өсөн бар уңайлыҡтар барҺайлау өсөн бар уңайлыҡтар бар
Һайлау өсөн бар уңайлыҡтар бар

Был участкала теркәлгән һайлаусылар һаны меңдән ашыу иҫәпләнә. Участкала һайлаусылар бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡуйылған. Участка рәйесе әйтеүенсә, был эште уңайлы итә. Нисә кеше тауыш биргәнен белеп була. Һайлау башланғандан алып 150-нән ашыу кеше килеп үҙ тауыштарын биргән. Бынан башҡа, лицей-интернат директоры етәкселегендә күсмә һайлау ойошторолған. Һайлауға килә алмаған, мөмкинлектәре сикләнгән айырым граждандар өйҙәренә барып һайлатыу яйға һалынған. Халыҡ әүҙем. Кемдер яңғыҙы килеп тауышын биреп китә. Тотош ғаиләләре менән дә килеүселәр бар. Һайлау барышы тыныс үтә. Бөтә башҡа участкаларҙа кеүек, бында ла ирекмәндәр “Рәхмәт – 2024” акцияһын ойошторған. Һәр тауыш биреүсегә махсус беләҙек, билет тапшыралар. Купон ярҙамында  ҡала һәм район магазиндарында (“Ярмарка”, “Самовар”, “Kari”, “Стройка”) һатып алған тауарҙарға ташлама алырға мөмкин. Унан башҡа, куар-код аша теркәлеп конкурста ҡатнашып бүләктәр оторға мөмкин.

Наил Шакиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас