Уларға биш объект тәҡдим ителә: Блюхер урамындағы Еңеү паркына терәлеп ятҡан биләмәне төҙөкләндереү (2 объект); Ҡала быуаһы ярындағы Текә таш биләмәһен төҙөкләндереү; “Металлург” стадионы эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү; Инйәр станцияһының вокзал яны биләмәһен төҙөкләндереү.
Граждандарҙың күпселеге ҡыҙыҡһына, тауыш биреүҙә ҡатнаша, - ти Йәштәрҙең ял үҙәге һәм Металлургия колледжы ирекмәне Павел Морозинко.
Педагогия колледжы ирекмәне Илья Пьянков һайлаусыларҙы “Рәхмәт” акцияһына ҡушылырға саҡыра:
- Акцияла ҡатнашыусылар смартфон, ноутбук, электр самокаты, төрлө магазиндарға сертификаттар, балаларға бүләктәр оторға мөмкин. Акцияның суперприздары - Өфөләге фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм республика шифаханаларында ял итеү. Бүләктәр шәп, ҡатнашырға ашығығыҙ, - ти Илья.