- Мин илебеҙҙең артабанғы киләсәге, баларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең артабанғы яҙмышы өсөн тауышымды бирҙем. Бөгөн һайлауҙың икенсе көнө бара. Дөйөм алғанда рәсәйҙәр һайлауға бик актив ағыла, беҙҙең Башҡортостан халҡы әүҙемлек буйынса алдынғылыҡты биләй.
Был һайлау алдағы алты йыл эсендәге яҙмышыбыҙҙы ғына хәл итмәй, ә унан һуңғы бик күп йылдарға йоғонто яһаясаҡ.
Еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ һәм тап ошо ваҡытта беҙ үҙебеҙҙең берҙәмлекте күрһәтергә тейешбеҙ. Шуға күрә, һәр кемде гражданлыҡ позицияһын һәм активлығын күрһәтергә саҡырам, - тине Дилә Рәшит ҡыҙы.
- Икенсе көн рәттән һайлау участкаһы асылыр алдынан халыҡ ишек төбөнә сиратҡа баҫа. Һайлаусылар бик актив килә. Тәүге тапҡыр һайлаусыларыбыҙ ҙа күп кенә. Беҙ уларҙы ҡотлап, киләсәктә лә гражданлыҡ бурыстан үтәүгә яуаплы ҡарауҙарын теләп, блокнот һәм ручкалар бүләк итәбеҙ.
Ғаиләләре менән килгәндәр айырыуса һөйөндөрә, - тине участка рәйесе Сөмбөл Мырҙағолова.