Ҡыҙыл тѳҫтәге таҫмаға аҡ хәрефтәр менән яҙылған "Рәхмәт" махсус беләҙектәр әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып тора шул. Шулай уҡ Ксенияның "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашырға теләк белдергәндәргә яғымлы тауыш менән акцияның шарттарын аңлатып, ололарға ярҙам итеүен күҙәтеүе үҙе бер кинәнес. Беләҙеккә ҡушып бирелгән махсус QR-билеттар буйынса бүләк оторға була. Бүләктәрҙең дә ниндәйен бит әле! Бүләктәр араһында һанлы техника, электросамокат, электровелосипед, телевизор, ябай самокат менән велосипедтар, тағы бик күп кәрәкле әйберҙәр бар. Хатта улар ярҙамында тауар йә хеҙмәттәр өсөн ташлама алырға мөмкин. Инсаф Мѳхәррәм улы Шәйәхмәтов, ағалы-ҡустылы Анатолий Иванович менән Виктор Иванович Меньшиковтар ҙа ихлас ҡушылды был акцияға. Бүләк отһаҡ, "Рәхмәт"кә рәхмәт әйтербеҙ, тип ипле генә йылмаялар ололар. Уларға уңыштар теләйек, әйҙә бүләк отоп ҡыуанһындар!