Йәмғиәт
17 Марта 2024, 05:00

Өс көнлөк тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа өс көнлөк тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды. Бөгөн һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-гә тиклем эшләйәсәк.

Өс көнлөк тауыш биреүҙең һуңғы көнө башландыӨс көнлөк тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды
Өс көнлөк тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды

Төрлө сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү ҡаралған. Өйҙә тауыш биреү үтенесе менән мөрәжәғәттәрҙе, шул иҫәптән телефон аша ла, участка һайлау комиссиялары 17 март 14.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда икенсе көндә тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар 64,82% тәшкил итте. Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында һәм тағы ла 22 муниципаль районда халыҡтың 70 проценттан ашыуы килә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас