Йәмғиәт
17 Марта 2024, 09:08

Тауыш биреүгә етди ҡарайҙар

Тимер юл ауылы мәктәбендә 1318-се һайлау участкаһы урынлашҡан.

Тауыш биреүгә етди ҡарайҙарТауыш биреүгә етди ҡарайҙар
Тауыш биреүгә етди ҡарайҙар

- Ил тарихында тәүге тапҡыр Президент һайлауҙары күп көнлөк форматта - өс көн дауамында бара. Тимер юл ауылы халҡы был сәйәси мөһим ваҡиғала беренсе көндән үк  әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең участкала Йәмәғәт палатаһынан ике күҙәтеүсе бар. Ирекмәндәр “Рәхмәт” акцияһын үткәрергә ярҙамлаша.

Тимер юл ауылы мәктәбе тарафынан стадионда “Масленица” байрамы ойошторолдо.  Байрамға йыйылыусылар төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнашып күңел асты, ҡоймаҡлап сәй эсте. Унан һуң күптәр ғаиләләре менән тауыш бирергә килергә ашыҡты. Ойошмалары менән килеүселәр ҙә бар.

Тәү тапҡыр һайлаусылар араһынан иң беренсе булып Арина Серегина гражданлыҡ бурысын үтәне. Ауыл Ағинәйҙәренең милли кейемдәр кейеп, биҙәүестәр тағып килеүе байрам кәйефе уятты.

Беҙҙең участкала һайлауҙар тыныс, тәртип боҙоуҙарһыҙ бара, граждандар тауыш биреүгә етди ҡарай, - ти участка рәйесе Татьяна Анатольевна Новикова.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас