Йәмғиәт
17 Марта 2024, 05:10

Йөйәктәр ҙә әүҙем һайлай

Йөйәк ауылындағы  Ришат Тимерйән улы Ғәләүетдинов етәкселегендәге 1321-се һайлау участкаһында һайлау әүҙем бара, ауыл халҡы үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, илебеҙҙең артабанғы яҙмышын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерергә ашыға.

Йөйәктәр ҙә әүҙем һайлайЙөйәктәр ҙә әүҙем һайлай
Йөйәктәр ҙә әүҙем һайлай

Иртәнге сәғәт һигеҙҙә тәүгеләрҙән булып Нәғим Иҫәнғәле улы Шаһивәлиев һайланы. Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһы хеҙмәткәрҙәре бөтә коллективтары менән тауыш бирергә килгән.

 Ауыл мәсете имам-хатибы Рәхимйән Тимерйән улы Ғәләүетдинов та илебеҙгә ҡот-бәрәкәт, именлек теләп, ил башлығын һайланы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас