Йәмғиәт
18 Марта 2024, 05:25

Халыҡтың 90,96% Владимир Путин өсөн тауыш биргән

Башҡортостанда Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса ил президентын һайлауҙа Владимир Путин 90,96% тауыш йыйған.

Халыҡтың 90,96% Владимир Путин өсөн тауыш биргәнХалыҡтың 90,96% Владимир Путин өсөн тауыш биргән
Халыҡтың 90,96% Владимир Путин өсөн тауыш биргән

 Был 2018 йылғы һайлауға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Ул саҡта республикабыҙҙа һайлаусыларҙың 77,69% Путинды хуплағайны.

Халыҡтың 3,64% — КПРФ вәкиле Николай Харитоновты, 2,61% — ЛДПР лидеры Леонид Слуцкийҙы, 1,93% — «Яңы кешеләр»ҙән Владислав Даванковты һайлаған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас