“Был автомат күҙәтеү постары гидрологик һәм боҙ торошон баһалау ғына түгел, ә һуңғы өс тәүлек эсендә һыу кимәленең динамикаһын ҡарарға һәм киләһе 14 көнгә һыу кимәленең фаразын төҙөргә мөмкинлек бирә.
Ғәбдөк ауылында булдыҡ. Бында йыл һайын, ғәҙәттәгесә, тығындар күҙәтелә һәм һыу баҫыу хәүефе бар. Был эш дауам ителәсәк!
Хәтерегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан Республикаһы территорияһында 57 ошондай автоматик пост ҡуйылған, шуларҙың өсәүһе - ҙур һыуһаҡлағыстарҙа”, - тине Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов социаль селтәрҙәрҙә.