Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 12:14

Йөҙҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй

Башҡортостанда коронавирусты йоҡтороусылар  артҡан.

Йөҙҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй
Йөҙҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә 103 кешелә ошо инфекция асыҡланған. Сағыштырыу өсөн, уҙған аҙнала төбәктә 95-97 кеше сирләгән.

Әлеге ваҡытта 143 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 80 кеше стационарҙа дауалана. Ә 1903 сирле – өйөндә, уларҙың 801-е 60 йәштән олораҡ.

Тәүлек эсендә 102 кеше һауығып сыҡҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: