Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 15:42

Ташҡын яҡынлаша

Район биләмәһендәге йылғаларҙа боҙ йоҡара башланы. 25 марттан һуң ул ныҡлап ирейәсәге көтөлә. Күҙаллауҙар буйынса, тап шул саҡта, уртаса тәүлек температураһы нулдән юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Ташҡын яҡынлаша
Ташҡын яҡынлаша

Бөгөнгө көндә Инйәр йылғаһы буйындағы Уҫманғәле, Ғәбдөк, Асы, Берештамаҡ ауылдарында, шулай уҡ Ишле, Олойылға, Асы, Отнурок, Сосновка ауылдарында күпер аҫтары боҙ ҡатламынан яһалма иретелде.

Боҙҙо, ғәҙәттә, иң ҡалын урындарҙа һәм боҙ тығыны барлыҡҡа килгән урындарҙа: күпер таяуҙары янында, йылға буйҙарында, утрауҙар янында яһалма иретәләр.

Һыу баҫыу хәүефе янаған тораҡ пункттарҙа халыҡ өсөн аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм беренсе кәрәкле әйберҙәр запасы булдырыла.

Һаҡ булығыҙ! Боҙға сыҡмағыҙ, балаларҙы был турала иҫкәртегеҙ!

Автор:
Читайте нас: