Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март , 12:06

Министр - реабилитация үҙәгендә

Белореттағы реабилитация үҙәген һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, йыш ауырыған балаларҙың ата-әсәләре яҡшы белә һәм ярата. Профессиональ һәм изгелекле белгестәр һәр бала менән уртаҡ тел таба һәм пациенттарҙың реабилитация курсынан һуң яҡшы яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә.

Министр - реабилитация үҙәгендә
Министр - реабилитация үҙәгендә

Ошо көндәрҙә үҙәккә һуңғы ун йылда тәүге тапҡыр тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бөтә республиканан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәктәре етәкселәре килде. Белореттағы ошондай мөһим осрашыуҙың инициаторы - Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Ул был категорияға ҙур иғтибар бүлә һәм ярҙам һәм реабилитация шарттарын ентекләп күҙәтә.

Ленара Хәким ҡыҙы үҙәктең уңайлы булыуын, юғары кимәлен билдәләне һәм коллегаларына Белорет белгестәренең эшләнмәләрен әүҙем ҡулланырға кәңәш итте. Ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һәр бер 22 профилле кабинет эшен өйрәнде, балаларҙы тергеҙеүҙең яңы алымдары һәм заманса реабилитация ҡорамалдары менән танышты.

Үҙәк, ысынлап та, республикала иң яҡшыларҙың береһе. Белореттан тыш, ул Межгорье, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарын хеҙмәтләндерә. Бер йыл эсендә тыуғандан алып ун һигеҙ йәшкә тиклемге ике мең ярымдан ашыу бала реабилитация курстары үтә. Өс аҙналыҡ стационар дауалауға инвалид балалар килтерелә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: