Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 13:42

Махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды

Егәҙе ауыл хакимиәтенә ҡараған Ботай, Өмөтбай, Сарышҡы, Хәйбулла, Баҡый һәм Егәҙе ауылдары халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары үтенесе буйынса ҡорамалдар һатып алды.

Махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды
Махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды

Улар 90 мең һумдан ашыу аҡса йыя һәм тепловизор, монокуляр, рация һәм аккумуляторҙар һатып ала. Аҡса йыйыуҙа Туҡан һәм Сибай ҡалаһы халҡы ла ҡатнаша.

Бөтә приборҙарҙы посылкалар менән бергә тыуған ауылында отпускыла булған хәрбиҙәр ала һәм яҡын арала махсус хәрби операция зонаһына алып баравсаҡ.

Аҡса йыйыуҙа ҡатнашҡандарға, ҡорамалдар һатып алыуы өсөн Фаяз Хәсәновҡа етәкселек рәхмәтен еткерә.

Автор:
Читайте нас: