Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 12:51

Яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды

Владимир Путин запаста булмаған 18-30 йәшлек граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән норматив акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу порталында танышырға мөмкин.

Яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды
Яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды

Указға ярашлы, яҙғы саҡырыу кампанияһы 2024 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем дауам итәсәк. Бөтәһе 150 мең кешене хеҙмәткә алыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған егеттәр хәрби хеҙмәттән азат ителергә тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңы хеҙмәткә алыныусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай.

Автор:
Читайте нас: