Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 14:45

Берҙәм көс менән

Яҙғы йылы һауа торошо хатта һыу ятҡылыҡтарынан алыҫ урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәргә лә ауырлыҡтар тыуҙыра.

Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән

Март аҙағында уҡ Абҙаҡ ауылының янғын һүндереү бүлегенә түбән урынлашҡан йорттар һәм балалар баҡсаһы тирәләй ҙур күләүек барлыҡҡа килеүе тураһында мөрәжәғәттәр килә башлай.

Быға ҡарҙың тиҙ иреүе генә түгел, ә автомобиль юлы аҫтынан аҡҡан һыуҙы ағыҙыу өсөн һалынған торбаның туңыуы сәбәпсе була. Һөҙөмтәлә, һыу  шәхси йорттарҙың келәттәренә һәм учреждениеның подвалына ағып төшә.

Авария-ҡотҡарыу һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе үткәреү өсөн янғын часының дежур ҡарауылы: бүлексә командиры Фаил Ишмырҙин, янғын һүндереүселәр Таһир Фәтхуллин һәм Айгизәр Ғиниәтуллин ваҡиға урынына ебәрелә.

Абҙаҡтар Роберт Ғиззитдинов, Фәнил Ишмырҙин, Иштимер Фәтҡуллин, Наил Ғатауллин һәм Мәхмүт Хисаметдинов менән берлектә, шәхси техникаларын файҙаланып, ир-егеттәр тәүҙә боҙҙо быраулай, ә һуңынан янғын һүндереүселәр торбалағы һыуҙы ағыҙып ебәрә. Ике көн дауамында 8 метр оҙонлоғондағы торбаны боҙҙан һәм бысраҡтан тулыһынса таҙарталар, ә экскаватор ярҙамында тәрәнәйтелгән канау артабан һыу баҫыуҙы булдырмау өсөн һыуҙы ситкә алып китергә мөмкинлек бирә.

Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев ауыл халҡына һәм янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәренә инициативаһы һәм  эштәре өсөн рәхмәт белдерә.

Азамат НӘБИУЛЛИН,

Абҙаҡ янғын часы начальнигы.

Автор:
Читайте нас: