Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель , 14:56

Башҡортостан Башлығы республикаға инвестициялар йәлеп итеү тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында республиканың инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу эше хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы  республикаға инвестициялар йәлеп итеү тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы республикаға инвестициялар йәлеп итеү тураһында һөйләне

Радий Хәбиров ғәмәлдәге инвестицияларҙы яҡлау һәм йәлеп итеү программаһы хаҡында һөйләне. Башҡортостан илдә өҫтөнлөклө биләмәләр һаны буйынса алдынғы урынды биләй. Һуңғы 5 йылда уларҙың һаны өс тапҡырға артты. Хәҙер республикала 5 йылдам үҫеш биләмәһе, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, 12 индустриаль һәм 19 технопарк бар. Уларға 130 резидент компания йәлеп ителгән. Был һан -  Рәсәйҙә иң юғары күрһәткес. «Алға» иҡтисади зонаһы резиденттары ғына 62 миллиард һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда инвестициялар күләменең 620 миллиард һумдан ашып, тарихи максимумға өлгәшеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас: