Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель , 14:07

Малайҙар боҙ аҫтына төшөп киткән

Күпме генә иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, балалар әле булһа боҙ өҫтөндә йөрөүҙәрен дауам итә. Кисә кискә табан Белореттың ҡала быуаһында саҡ оло фажиғә булмай ҡала.

Малайҙар боҙ аҫтына төшөп киткән
Малайҙар боҙ аҫтына төшөп киткән

10 һәм 11 йәшлек  малайҙар быуа аша икенсе ярға сығырға теләгән. Эйәртенешеп килгән саҡта иң һуңғы барған баланың аяҡ аҫтында боҙ ватылған. Унан алдараҡ барған иптәше шунда уҡ уға ярҙамға ташлана, әммә үҙе лә боҙло һыуға сума.

Бәхеттәренә күрә, уларҙы ҡаланың пляжында булған бер кеше күрә. Ул шунда уҡ ярҙамға ташлана, 17.49 сәғәттә ҡотҡарыу хеҙмәтенә лә шылтыратып өлгөрә. Шыуышып барып, үҙе лә яртылаш боҙло һыуҙа килеш, ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем ике баланы ҡулдарынан эләктереп тотоп тороп, уларға боҙ аҫтына китергә ирек бирмәй.

Бер аҙҙан килеп еткән ҡотҡарыусылар уларҙы ярға алып сыҡҡан. Өҫтәүенә, ир үҙе малайҙарҙың береһен ашығыс ярҙам машинаһына тиклем алып бара.

Әлеге ваҡытта балалар һәм уларҙы ҡотҡарыусы - Белорет кешеһе Руслан Аплаев Белорет дауаханаһы стационарында табиптар күҙәтеүе аҫтында. Уларҙың ғүмере хәүеф аҫтында түгел.

Хәҙер - иң хәүефле ваҡыт, балаларығыҙҙы үлем хәүефе тураһында иҫкәртегеҙ!

Белорет отряды ҡотҡарыусылары көн һайын рейдтарға сыға, яр буйында иҫкәртеү табличкалары тора, әммә ҡалала боҙға сығырға мөмкин булған урындар күп.
 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: