Йәмғиәт
14 Апреля 2024, 10:37

Ярҙам юлға сыҡты

Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһынан мобилизацияланғандар өсөн 120-се гуманитар автоколонна оҙатылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам юлға сыҡтыЯрҙам юлға сыҡты
Ярҙам юлға сыҡты

Маҡсатлы ярҙамды йыйыуҙа республиканың ете районы ҡатнашты. Уларға йәмәғәт берләшмәләре, шулай уҡ халыҡ ярҙамлашты.

Гуманитар автоколоннаға 12 автомобиль, 59 кубометр ағас, 32 кубометр утын, бер күсмә мунса, бысҡылар, генераторҙар, камуфляж селтәрҙәре, фонарҙар, газ баллондары, иретеп йәбештереү аппараты, һыу канистрҙары, балыҡ тотоу селтәрҙәре, автомобиль деталдәре, төҙөлөш ҡоралдары һәм материалдар, кейем- һалым, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм яугирҙәрҙең туғандарынан посылкалар инде.

«Йөк Рәсәй Федерацияһының өс яңы субъектында урынлашҡан 13 хәрби часть өсөн тәғәйенләнгән», — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

Ул гуманитар ярҙам ойоштороуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Автор: