Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель , 20:09

Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте

Башҡортостан Башлығы Белгород өлкәһенән килгән балаларҙың ялын һәм уҡыуын тиҙ арала ойошторорға ҡушты. Бөгөн төндә Башҡортостанға Белгородтан 498 бала һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр килде, тип билдәләне ул.

Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте
Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте

Балалар Илештәге «Орленок» һәм Әбйәлилдәге «Березка» лагерҙарына урынлаштырыла.

«Ошо балалар тураһында хәстәрлек күреү — һеҙҙең яуаплылыҡта. Ваҡыты-ваҡыты менән уларҙың янына барып, туҡланыу, уҡыу һәм спорт эшмәкәрлеге йәһәтенән нимәгә мохтаж икәнен белешегеҙ. Зинһар өсөн, был эш менән шөғөлләнегеҙ. Был балалар фронт яны биләмәһенән килгән, арып бөткән», — тине ул район башлыҡтарына.

Хәбәр иткәнебеҙсә, бөгөн Өфөгә Белогород өлкәһенән поезд менән 500 уҡыусы килде.

Автор:
Читайте нас: