Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель , 15:01

Орск халҡы рәхмәт белдерҙе

Орск ҡалаһының депутаттар советы рәйесе Тимофей Чирков гуманитар ярҙам күрһәткән өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарына рәхмәт белдерҙе.

Орск халҡы рәхмәт белдерҙе
Орск халҡы рәхмәт белдерҙе

Константин Толкачев Орск ҡала советының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бынан алда республика парламентарийҙары Ырымбур өлкәһенең ташҡындан зыян күргән Орск ҡалаһына мең биш литрлыҡ һыу шешәһен ебәргәйне. Эсәр һыуҙың етешмәүе – һыу баҫҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙең төп проблемаларының береһе булды.

Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе парламенттары етәкселәре Константин Толкачев һәм Сергей Грачев һыу баҫыуы арҡаһында зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүҙә көстәрҙе координациялау, ярҙам форматтары буйынса фекер алышыу өсөн даими бәйләнештә тороу кәрәклеге тураһында һөйләшеп килеште.

Бынан алда «Башинформ» республикабыҙ ҡотҡарыусыларының Ырымбур өлкәһенә юлланыуы тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас: