Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 11:22

Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара бизнес-форумы бара

Башҡортостандың рәсми делегацияһы 23-24 апрелдә Дубайҙа «Мөмкинлектәр донъяһы» халыҡ-ара бизнес-форумында эшләй.

Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара бизнес-форумы бара
Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара бизнес-форумы бара

Был ҙур эшлекле сара эшҡыуарҙар берләшмәһе, власть һәм халыҡ-ара ойошмалар вәкилдәрен берләштерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ошондай күләмле сарала республика исеменән сығыш яһау — оло мәртәбә.

«Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы исеменән форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә рөхсәт итегеҙ. Беҙ бында ҙур өмөттәр һәм етди бурыстар менән килдек. Форум хаҡлы рәүештә «Мөмкинлектәр донъяһы» тип атала, хәҙерге замандың ысынлап та мөмкинлектәр донъяһы икәнен аңлайбыҙ. Донъяла йөҙләгән дәүләт, йөҙләгән халыҡ, һәм һәр дәүләт донъя иҡтисадына тос өлөш индерә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юҡҡа ғына килмәнек, беҙ бында партнерҙар эҙләйбеҙ, сөнки, Рәсәй президенты Владимир Путин әйткәнсә, был ғәрәп донъяһында төп сауҙа партнеры. Форумда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы, файҙалы бәйләнештәр теләйем, сөнки бында беҙ башҡарған барлыҡ эштәр ҙә һуңынан дәүләттәребеҙҙең үҫешенә ярҙам итергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 6-сы урынды биләй, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Былтыр сауҙа күләме биш ярым тапҡырға артты. Бик яҡшы күрһәткес. Беҙ юғары технологиялар, спорт һәм туризм өлкәләрендә бәйләнештәрҙе әүҙем киңәйтәбеҙ. Етди эшкә әҙербеҙ, бик күп эшлекле осрашыуҙар үткәрергә йыйынабыҙ. Ошо күләмле форумда ҡатнашыу республикабыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр асыр, яңы уртаҡ проекттарға старт бирер тип ышанам», - тип яҙа Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә.

Автор:
Читайте нас: