Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 11:48

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм +19° йылы

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 25 апрелдә, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм +19° йылы
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм +19° йылы

 Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +14, +19°.

Йома, 26 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көндөҙ +15, +20°.

Шәмбе, 27 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +19, +24°.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: