Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель , 13:03

Йәш белгестәр "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты

Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәре "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһында ҡатнашты.

Йәш белгестәр "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты
Йәш белгестәр "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты

Акцияға ярашлы, ҡаланың үҙәк урамдарының береһенә кедрҙар, ҡала пляжында грушалар һәм алма ағастары ултыртылды. Сарала мәктәп уҡыусылары, студенттар, төрлө түңәрәктәр һәм берекмәләр тәрбиәләнеүселәре, ҡала активистары ҡатнашты.

Белорет металлургия комбинатының йәш белгестәре ҡала пляжында емеш ағастары ултыртты.

“Мин мәктәп йылдарынан уҡ ағас ултыртыу акцияларында ҡатнашам. Әле Белорет металлургия комбинатында эшләйем. Коллегаларым - йәш белгестәр менән был акцияла ҡатнашырға булдыҡ. Бындай сараларҙың күберәк булыуын теләр инек, сөнки был ҡалаларыбыҙҙы йәшелләндереү һәм һаулығыбыҙ хаҡында хәстәрлек күрһәтеү, - тип һөйләне акция ҡатнашыусыһы, "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең етештереү системаһын камиллаштырыу бүлегенең әйҙәүсе белгесе Александр Станкевич.

 "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы йылына ике тапҡыр: яҙ һәм көҙ үткәрелә.

Оксана Боровых,

Белорет металлургия комбинатының Тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге.

Автор:
Читайте нас: