Алмас Әсҡәт улы Йөйәктә тыуған, IV класҡа тиклем ауыл мәктәбендә, һуңынан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡый. 2002 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында нәфис һүҙ оҫтаһы, "Асы" шифаханаһында, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында үҙ һөнәре буйынса эшләй.
2005 йылдан Архангел районында йәшәй һәм район мәҙәниәт һарайында эшләй. 2023 йылдың мартында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Реактив артиллерия дивизионының өлкән наводчигы була. Үткән йылдың июлендә һуғышта һәләк була. Батыр яугир ышаныслы, яуаплы һәм изге күңелле кеше була.
Геройға мәңгелек дан! Үлгәндәрҙе иҫкә алыу - беҙҙең мәңгелек бурыс. Һәр герой партаһы артында кеше яҙмышы, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтың шәхси миҫалы тора. Бындай парта артында ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғыларына, активистарға бирелә.