Яугир 2023 йылдың мартында алышта һәләк була, Рәсәй Президенты указы менән (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
Герой партаһын асыу тантанаһында яугирҙың туғандары һәм яҡындары, ауылдаштары ҡатнашты. Улар Алик Айрат улының шат күңелле һәм әүҙем кеше булыуын билдәләне.
Ҡайҙа ғына бармаһын, үҙе менән ҡурай алып йөрөй, уның тауышы уға тыуған ерҙәрен хәтерләтә. Алик Айрат улы Кантемиров дивизияһында, танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт үтә, отделение командиры була. Хеҙмәтенән һуң Инйәр тимер юлында электровоз машинисы ярҙамсыһы, ә һуңынан машинист булып эшләй.
2022 йылдың авгусында махсус хәрби операция зонаһына китә. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт батальонында мотоуҡсылар ротаһының радиотелефонисы булып хеҙмәт итә.
Ҡаҙарман яугирҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.